Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышы 28 сентябрҙә уҙа

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ултырышы 28 сентябрҙә уҙа. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы.

Документ 18 сентябрҙә Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һәм  урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау уҙҙы.

9 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә 22 һайлау кампанияһы үтте. 147 мандат алмаштырылды.

Алты партия вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары мандатын алды. «Берҙәм Рәсәй» — 79, «КПРФ» — 15, ЛДПР — 7, «Ғәҙел Рәсәй» — 5, «Рәсәй патриоттары» — 2, «Йәшелдәр» — 1. Төбәк парламентына Сәнәғәт округынан үҙ-үҙен күрһәткән Айрат Кәримов үтте.

«Республика Конституцияһына ярашлы, «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» законы менән парламенттың яңы составының беренсе ултырышы һайланғандан һуң 30-сы көнгә йыйыла, ләкин республика Башлығы үҙенең уны ваҡытынан алда йыйыу хоҡуғынан файҙаланды, – тине парламент рәйесе Константин Толкачев. – Тәүге ултырышҡа тәү сиратта ойоштороу мәсьәләләре сығарыла. Парламент Рәйесен, уның урынбаҫарҙарын һайлау, идара итеү предметтарын, исемдәрен, һанын, даими комитеттарҙың составын билдәләү бурысы тора. Дәүләт Йыйылышының структураһына бәйле мәсьәләләр ни тиклем алдараҡ хәл ителә, депутаттарҙың яңы саҡырылышы шунса тиҙерәк тулы ҡеүәттә эш башлай. Тормош урынында тормай, республика өсөн байтаҡ мөһим закон сығарыу ҡарарҙарын ҡабул итергә кәрәк. Шуға күрә беренсе ултырыштан һуң күп тә тормай икенсеһе үткәрелер, моғайын».

Беренсе пленар ултырыштан һуң, «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» Законына ярашлы, парламенттың элекке саҡырылышының вәкәләттәре ваҡыты тамамлана һәм яңы саҡырылыш эшләй башлай. Шуға тиклем бишенсе саҡырылыш эшен дауам итә, уның структураһы һәм етәксе органдары һаҡлана, тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1212696-pervoe-zasedanie-gossobraniya-bashkirii-novogo-sozyva-sostoitsya-28-sentyabrya/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть