Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөләге онкодиспансер хаҡы 400 миллион һумдан ашыулыҡ нур терапияһы техникаһы менән йыһазландырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика онкология диспансерына дистанциялы нур терапияһы өсөн ҡорамал комплексына заказ бирә. Тәьминәтсене билдәләү буйынса конкурс процедуралары 4 октябргә тәғәйенләнгән.

Аукциондың башланғыс хаҡы – 404,2 миллион һум, тиелә «Ростендер» материалдарында. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә.

Радиотерапия комплексы составына нур терапияһы һәм стереотаксик радиохирургия системаһы, нур терапияһын өс үлсәүле дозиметрик планлаштырыу системаһы, автоматик сегментация һәм дауалау пландарын әҙерләү системаһы, берҙәм мәғлүмәт-идара итеү радиотерапия системаһы һәм башҡа элементтар инә.

Сауҙалашыуҙа еңеүсе килешеү төҙөгән мәлдән алып өс ай эсендә ҡорамал ҡуйырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1212685-onkodispanser-v-ufe-osnastyat-tekhnikoy-dlya-luchevoy-terapii-stoimostyu-bolee-400-mln-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть