Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерләнәләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерлек бара.

Быйыл йолаға әүерелгән байрам 28-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһында, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында үткәрелә.

Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында  баҫылған. Документҡа ярашлы, Аксаков байрамына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты булдырыла һәм саралар планы раҫлана.

28 сентябрҙә С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала байрам, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады күргәҙмәләре ойошторола. Аксаков халыҡ йортонда — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы кисә була.

С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында И.С. Аксаковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла.

Өфөләге 11-се Аксаков мәктәп-гимназияһында һәм адмирал С.О. Макаров исемендәге дәүләт диңгеҙ һәм йылға флоты университетының Өфө филиалында Аксаков дәрестәре уҙа.

Пушкин аллеяһында байрамдың абруйлы ҡунаҡтары С.Т. Аксаков һәйкәленә сәскәләр һала.

29 сентябрҙә Бәләбәй районында И.С. Аксаковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланған «Аксаковтар ғаиләһе — Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө» түңәрәк өҫтәлен үткәреү ҡарала.

Был көндә республиканың Өфө, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында С.Т. Аксаковтың тормошона һәм ижадына арналған саралар ойошторола.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына Аксаков байрамын үткәреү урындарында йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү буйынса эште ойоштороуҙа булышлыҡ итергә тәҡдим ителгән.

Байрам саралары уҙғарылған муниципалитет хакимиәттәренә Аксаков байрамын ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителгән.

http://www.bashinform.ru/news/1212410-v-bashkirii-gotovyatsya-k-xxviii-mezhdunarodnomu-aksakovskomu-prazdniku/

                                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть