Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 808 миллион һумға яңы транспорт сиселеше төҙөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында юл селтәрен киңәйтеүгә 5 миллиард һум тотонорға ниәтләйҙәр. Өфө хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы начальнигы Радмил Мөслимов ошо турала белдерҙе.

«2023 йылға тиклем Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендә транспорт сиселешен реконструкциялау проекты башҡарыла. Монтаж эштәренең хаҡы — 808 миллион һум» , — тип хәбәр итте Мөслимов.

Шулай уҡ урындағы властар алдағы биш-ете йылда Өфөлә күперҙәр, ер аҫты йәйәүлеләр үткәүелдәрен һәм башҡа юл селтәрҙәрен төҙөү тураһында белдерҙе.

Шуны билдәләп үтәйек: әле Башҡортостандың баш ҡалаһында Тимашев сиселеше төҙөлә, күптән түгел республика башлығы Рөстәм Хәмитов уны төҙөү барышы менән танышты. Ул саҡта төбәк етәксеһе Өфө властарынан «аҡса эшләүҙәрен һәм финанслау табыуҙарын» һораны, сөнки республика үҙенең яғынан йөкләмәне үтәне һәм яңы сиселеш өсөн аҡса бүлде.

http://www.bashinform.ru/news/1212452-v-ufe-za-88-mln-rubley-postroyat-novuyu-transportnuyu-razvyazku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть