Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты статусы яңы мөмкинлектәр аса – Рәмил Бәхтизин

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты статусы яңы мөмкинлектәр асырға һәм республиканыың терәк вузы булараҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының ресурстарын файҙаланып, райондарҙы үҫтереү мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирергә тейеш. Республика Дәүләт Йыйылышының яңы составына тәүгә һайланған Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин ошо хаҡта белдерҙе.

2018 йылдың 9 сентябрендәге һайлау йомғаҡтары буйынса, юғары уҡыу йорто етәксеһе Чеверев округы (Дүртөйлө һәм Илеш райондары) һайлаусыларының 80% тауышын йыйып, ҙур өҫтөнлөк менән оппоненттарын уҙып китте. Яңы республика парламентында Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры мәғариф өлкәһе өсөн яуап бирер тип күҙаллана.

Үҙенең депутатлыҡ эшмәкәрлеге барышында Рәмил Бәхтизин төрлө өлкәләрҙә бер нисә закон сығарыу башланғысын индерергә ниәтләй. Тәү сиратта был «Терәк юғары уҡыу йорто тураһында» закон, шулай уҡ район мәктәптәрендә робот техникаһы кластарын булдырыуға ярҙам итергә һәләтле закондар. Минең тәжрибәм, шулай уҡ коллегаларымдың тәжрибәһе һәм белеме Башҡортостандың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итер тип иҫәпләйем, — тип билдәләй Рәмил Бәхтизин. — Төбәк инфраструктураһын һәм социаль үҫешен яҡшыртыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса алдыбыҙҙа ҙур эш тора».

http://www.bashinform.ru/news/1212327-status-deputata-gossobraniya-bashkirii-otkryvaet-novye-vozmozhnosti-ramil-bakhtizin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть