Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Бал ҡорто туйы» байрамында Башҡортостан командаһы беренсе урынды алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан командаһы «Бал ҡорто туйы» бал байрамында ойошторолған умартасылар эстафетаһында еңеп сыҡты. Сара ошо ял көндәрендә Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы эргәһендә уҙҙы.

Эстафетала икенсе урын — Татарстанда, өсөнсө — Ырымбур өлкәһе умартасыларында. Ҡатнашыусыларға тиҙлеккә рам эшләп, уға сым һуҙырға һәм балауыҙ табағын беркетергә кәрәк ине.

Шулай уҡ «Бал ҡорто туйы»нда иң яҡшы бал конкурсы үтте. Иң яҡшы үтә асыҡ һары төҫлө балды — Татарстандан Даниил Яруллин, ә иң яҡшы ҡыҙғылтыраҡ ҡуйы көрән балды Башҡортостандың Шишмә районынан умартасы Ирина Вишнякова етештерә.

«Урындарҙы байрам ҡунаҡтары һәм умартасылар билдәләне — улар балды тәмләп ҡараны һәм тауыш бирҙе. Быйыл байрамға Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе умартасылары, шулай уҡ Архангел, Дүртөйлө, Шишмә, Бүздәк, Дәүләкән, Туймазы һәм Бәләбәй райондары вәкилдәре килде», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ойоштороу комитетында.

Башҡортостан умартасылары «Бал ҡорто туйы» байрамын беренсе тапҡыр 2013 йылда ойошторғайны. 2014 йылдан алып ойоштороу эштәренә Бәләбәй районы хакимиәте ҡушылды.

«Бал ҡорто туйы» — Рәсәйҙә умартасылыҡҡа һәм умартасылыҡ продукцияһына арналған иң йәш умартасылар байрамы. Бал фестивале миҙгел ябылғандан һуң уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1212260-komanda-iz-bashkirii-pobedila-v-estafete-pchelovodov-na-prazdnike-pchelotuy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть