Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнә йыйыу 94,4% еткән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға түләү йыйыу үҫә, тип хәбәр иттеләр Төбәк операторында.

Ағымдағы йылдың 10 сентябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, был күрһәткес республикала 94,4% еткән, былтыр 91,2% булған. 2018 йыл башынан Башҡортостанда йәшәүселәр йорттарҙы капиталь ремонтлауға бөтәһе 1,810 миллиард һумдан ашыу аҡса түләгән. Түләүҙәр буйынса бурыс 140 миллион һумдан ашып китә.

Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа аҡса йыйыу буйынса иң түбән күрһәткестәр – 75 проценттан кәм — республиканың Баймаҡ, Ҡыйғы һәм Ейәнсура райондарында теркәлгән.

Көйөргәҙе, Хәйбулла, Стәрлебаш һәм Балтас райондарынан тыш, байтаҡ райондар 75-80 процент сигенән үткән.

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙәр йыйыу буйынса тәүге өсәүгә Балаҡатай (122,8%), Бөрйән (109,9%) һәм Бүздәк (105,6%) райондары ингән.

Баш ҡалаға килгәндә, түләү йыйыу әле 93,6% тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Төбәк операторында.

Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт программаһы 2014 йылдың октябренән эшләй. Бөгөнгө көнгә республиканың капиталь ремонт программаһына 16 965 йорт индерелгән, уларҙың 4 984-е – Өфөлә.

http://www.bashinform.ru/news/1212530-sobiraemost-vznosov-na-kapremont-domov-dostigla-v-bashkirii-94-4/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть