Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө китапханаһы Гүзәл Яхина менән онлайн осрашыу ойоштора

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бөгөн, 18 сентябрҙә, Өфөлә күренекле Рәсәй яҙыусыһы Гүзәл Яхина менән онлайн осрашыу үтә. «Зөләйха күҙҙәрен аса» һәм «Балаларым минең» романдары авторы менән уҡыусыларҙың осрашыуы Үҙәк ҡала китапханаһында (Комсомол урамы, 138) көндөҙгө сәғәт 3-тә була. Теләүселәр өсөн инеү ирекле.

Гүзәл Яхинаның ХХ быуаттың 30-сы йылдарын кулак мөһөрө тағылған татар ҡыҙы тураһында «Зөләйха күҙҙәрен аса» тигән тәүге китабы бестселлерға әйләнде һәм донъяның 20 теленә тәржемә ителде. Китап буйынса тәүге театр постановкаһы Өфөлә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡуйылды. Гүзәл Яхина махсус рәүештә Өфөгә килде һәм режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен юғары баһаланы.

Алдан «Рәсәй-1» каналы роман менән ауаздаш «Зөләйха күҙҙәрен аса» сериалын төшөрә башланы тип хәбәр ителгәйне. Унда төп ролде актриса Сулпан Хаматова башҡара.

http://www.bashinform.ru/news/1212493-ufimskaya-biblioteka-organizuet-onlayn-vstrechu-s-guzel-yakhinoy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть