Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө 14,9% кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостанда ғинуар-августа дөйөм 1 миллион 197,4 мең квадрат метр майҙанда 14,4 мең метр фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 14,9% кәмерәк, тип иҫәпләгән статистиктар.

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан был күрһәткес буйынса Татарстандан һуң (1 миллион 458,4 мең квадрат метр) икенсе урында тора. Кеше иҫәбенә файҙаланыуға тапшырыу буйынса республика дүртенсе урында.

Торлаҡ төҙөлөшөнөң төп күләме (74 процент) шәхси төҙөлөштәргә тура килә. Һигеҙ айҙа улар 8224 йорт – 885,5 мең «квадрат» төҙөгән, ул уҙған йылдың ғинуар-август кимәленән 10,4 процентҡа аҙыраҡ. Төҙөүселәр – юридик шәхестәр 311,6 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән (минус 25,3%).

http://www.bashinform.ru/news/1212057-zhilishchnoe-stroitelstvo-v-bashkirii-sokratilos-na-14-9/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть