Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың Циндао ҡалаһы делегацияһы менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Циндао ҡалаһы мэры Мэн Фаньли етәкләгән делегация менән осрашты. Яҡтар киләсәктә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе һәм берләштерелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.

— Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары буйынса коллегаһын сәләмләй. Өс йыл элек беҙҙең республика Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттарын ҡабул итте, ә быйыл ойошма саммиты һеҙҙең бик матур ҡалағыҙҙа уҙҙы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Илдәребеҙ һәм уларҙың лидерҙары араһындағы мөнәсәбәттәрҙә хасил булған дуҫлыҡ һәм партнерлыҡ рухы төбәктәр араһындағы эшмәкәрлектә лә сағылыш таба. Бөгөнгө осрашыу – Рәсәй-Ҡытай төбәк-ара хеҙмәттәшлек йылы саралары программаларын тормошҡа ашырыуға бер өлөш ул.

Республика етәксеһе Башҡортостан һәм Ҡытай араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнеш әүҙем үҫешә, мәғариф, фән, мәҙәниәт өлкәһендә берләштерелгән проекттар ғәмәлгә ашырыла тип билдәләне.

- Циндао – беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм бөтә яҡтан йәлеп итеүсән партнер булыуын аңлайбыҙ. Ҙур порт, Ҡытайҙың алдынғы сәнәғәт һәм фәнни-белем биреү үҙәктәренең береһе, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Бөгөнгө осрашыу, һис шикһеҙ, бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ белергә ярҙам итер. Беҙ һеҙҙе республикабыҙҙа көтәбеҙ, һеҙҙең өсөн бай йөкмәткеле программа ойошторорға, тәбиғәтебеҙ, тарихи һәм мәҙәни иҫтәлекле урындар, тыуған яғыбыҙҙың йолалары менән таныштырырға әҙербеҙ.

— Ҡытай һәм Рәсәй араһында бик яҡшы сәйәси мөнәсәбәттәр. Дәүләттәр етәкселәре яғынан иғтибар һәм предприятиеларҙың ҡыҙыҡһыныуы бында бик мөһим роль уйнай, — тине Мэн Фаньли. — Беҙҙең ҡала Ҡытайҙа диңгеҙ буйындағы мөһим үҙәк булып тора. Циндао – мөһим туристик үҙәк, курорт, халыҡ-ара порт, тарихи билдәле ҡала. Былтыр ҡалабыҙҙың эске тулайым продукты 1 триллион юандан ашыу тәшкил итте. Быйыл ҡалабыҙҙың иҡтисады шулай уҡ тиҙ үҫешә. Циндао иҡтисадының үҫеше илебеҙҙең эске баҙарынан, шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлектән тыш мөмкин түгел. Тығыҙ үҙ-ара бәйләнештәргә була беҙҙең яҡшы перспективалар барлыҡҡа килер тип ышанам.

Республика Башлығы ҡатнашлығында осрашыуҙа Weidong-Demos халыҡ-ара һөнәри белем биреү проекты сиктәрендә Өфөлә мәғариф үҙәге булдырыу ниәте тураһында килешеү төҙөлдө.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә икенсе урынды биләй. 2017 йылда Ҡытай менән республиканың сауҙа әйләнеше 675,3 миллион доллар тәшкил иткән, өҫтәүенә был сумманың 80 проценттан ашыуы (546,7 миллион доллар – сауҙа мөнәсәбәттәре тарихында иң ҙур күләм) экспорт тәьминәтенә тура килә.

Башҡортостандан Ҡытайға сығарылған продукциялар араһында – турбореактив двигателдәр (77 процент), химия продукцияһы һәм синтетик каучук, вертолеттар, нефть продукттары, сей көкөрт, төҫлө металдарҙан изделиелар, үлсәү приборҙары, ҡул эше ҡоралдары, ағас-юнысҡы плиталары һәм урман материалдары, бал, араҡы һәм башҡа тауарҙар. Сит илдән күбеһенсә машиналар, ҡорамалдар һәм транспорт саралары (63 процент), химия сәнәғәте продукцияһы (14 процент), металдан эшләнгән изделиелар (9 процент), текстиль (7 процент), консерваланған йәшелсә һәм емеш-еләк (3 процент) индерелгән.

Республика биләмәһендә Ҡытай капиталы ҡатнашлығында 22 предприятие эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1212364-rustem-khamitov-vstretilsya-s-delegatsiey-kitayskogo-goroda-tsindao/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть