Эрнест Яхин саңғы ике бәйгеһе буйынса 20 тапҡыр Рәсәй чемпионы булды

Эрнест Яхин саңғы ике бәйгеһе буйынса 20 тапҡыр Рәсәй чемпионы булды Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Эрнест Яхин Чайковскиҙа ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Унда саңғы ике бәйгеһе буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды.
Беренсе этапта спортсыларға 95 метрлыҡ трамлиндан һикерергә, һуңынан саңғы роллерҙарында уҙышта ярышырға кәрәк ине.
«Һикереүҙә Санкт-Петербург вәкиле Александр Пашаев еңеү яуланы. Эрнест Яхин – икенсе, тәүге өс призерға Тимофей Борисов инде. Трассала беҙҙең спортсы тиҙерәк булып сыҡты. Александр Пашаев – икенсе. Самир Мастиев өсөнсө булды», — тип һөйләнеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйсәте һәм спорт министрлығында.
Аҙаҡҡы стартта Эрнест Яхин иң һәйбәт итеп һикереп күрһәтте – 130,5 метр. Уҙыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан спортсыһы ла еңеү байрам итте. Шулай итеп, Яхин 20 тапҡыр Рәсәй чемпионы булды.

