Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ярославлдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт театрына Федор Волков исемендәге Премияны тапшырҙылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Федор Волков исемендәге Ярославль драма театры сәхнәһендә XIX Халыҡ-ара Волков фестивале асылды.

Сара сиктәрендә Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте Премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл абруйлы премия лауреаттары иҫәбендә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры.

Премияны тапшырыу тантанаһында Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов һәм театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин ҡатнашты. Башҡорт театры Рәсәйҙең театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды. Премия махсус бүләктән, дипломдан һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләктән тора.

Кисә шулай уҡ фестивалде асыуға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда Башҡорт театрының художество етәксеһе Олег Ханов, «Тирмәкәй» Вологодск өлкә ҡурсаҡ театры директоры Елена Бухарина, Ярославль өлкәһенең Мәҙәниәт департаменты директоры Марина Васильева,  XIX Халыҡ-ара Волков фестиваленең башҡарма директоры Татьяна Цветкова ҡатнашты.

«Башҡорт драма театры коллективы 20 сентябрҙә Ярославлгә юллана. 21 сентябрҙә беҙҙең театр Ярославлдә Гүзәл Яхинаның танылған романы буйынса режиссер Айрат Абушахмановтың донъя шаулатҡан «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен уйнай», — тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Динара Ҡәйүмова.

http://www.bashinform.ru/news/1212325-v-yaroslavle-bashkirskomu-teatru-im-m-gafuri-vruchili-premiyu-imeni-fedora-volkova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть