Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Семен Елистратов шорт-трек буйынса Рәсәй Кубогының беренсе этабында еңеү яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Коломна ҡалаһына шорт-трек буйынса Рәсәй Кубогының беренсе этабында призлы урындар алыу өсөн илдең 20 төбәгенән 150-нән ашыу спортсы килде. Һөҙөмтәлә почет пьедесталының беренсе баҫҡысына Башҡортостан мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Семен Елистратов күтәрелде.

Өфө шорт-трексыһы, ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүсеһе һәм бронза призеры 500, 1000 һәм 1500 метрлыҡ арауыҡтарҙа беренсе булып килде.

Шулай уҡ Рәсәй Кубогы этабында Башҡортостандан Тимур Захаров, Анастасия Мигунова, Нил Кәбиров, Илнур Камалов һәм Максим Миронов ҡатнашты.

«Турнир йомғаҡтары буйынса шорт-трексылар рейтинг мәрәйҙәре йыйҙы, был уларға Рәсәй Конькиҙа шыуыусылар союзы кубогында (2018 йылдың 27-30 сентябрендә) сығыш яһарға мөмкинлек бирә, ә ул, үҙ сиратында, Донъя кубогы этаптарында ҡатнашыу өсөн квалификациялы булып тора», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

http://www.bashinform.ru/news/1212176-semen-elistratov-vyigral-pervyy-etap-kubka-rossii-po-short-treku/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть