Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы итеп күрһәтелә»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2021 йылда республикала XLVII «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын уҙғарыу Башҡортостанға Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы исемен нығытырға мөмкинлек бирергә тейеш. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов форумға әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

– Конгресты уңышлы үткәргән осраҡта – ә беҙ һеҙҙең менән быға шикләнмәйбеҙ – Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы итеп күрһәтелергә тейеш, – тине республика етәксеһе. – Ошо баһалап бөткөһөҙ имидж капиталын тулыһынса һәм бөтә йүнәлештәр буйынса файҙаланырға кәрәк.

Әйтәйек, августа Бөрйән районында күләмле Бал фестивале уҙҙы. Бөгөн Өфөлә Бал фестивале бара. Бәләбәй районында иҫәп буйынса алтынсы бал байрамы була, унда тотош республиканан һәм күрше төбәктәрҙән умартасылар ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бындай башланғыстарҙы хупларға һәм киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртырға кәрәк.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов ҙур тармаҡ форумдарында, күргәҙмәләрҙә һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыу юлы менән республиканы һәм башҡорт балын  халыҡ-ара кимәлдә танытыу тураһында һөйләне.

Атап әйткәндә, быйыл октябрҙә республика делегацияһы Төркиәнең Мугла ҡалаһында VI Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресында ҡатнаша. Алдағы йылдарҙа ApiEXPO Africa, BEECOME кеүек ҙур тармаҡ күргәҙмәләрендә, унда заманса умартасылыҡ ҡорамалдары, APIMELL (Италия) күрһәтелә, шулай уҡ Азия умартасылар ассоциацияһының XV конференцияһында ҡатнашыу күҙаллана.

2019 йылдың майында Канаданың Монреаль ҡалаһында «Апимондия»ның башҡарма комитеты ултырышы була. Ултырышта, атап әйткәндә, Өфө форумына әҙерлек барышы ҡарала, ә сентябрҙә шунда уҡ XLVI Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы уҙа, унда Башҡортостан экспозицияһы ла ҡуйыла.

Бынан тыш, 2020 йылда Өфөлә апитерапия өлкәһендәге эксперттар ҡатнашлығында «Апимондия» симпозиумын ойошторорға тәҡдим ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1211675-rustem-khamitov-bashkortostan-budet-i-dalshe-pozitsionirovatsya-kak-medovaya-stolitsa-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть