Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала йылғанан бала мәйетен сығарғандар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда социаль селтәрҙәрҙә 32 йәшлек йәш әсәнең һәм уның бер йәшлек сабыйының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡҡайны. 15 сентябрҙә ҡатын улы менән Бөрө районындағы ауылдан сығып киткән һәм юғалған.

Эҙләү эштәренә Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.

Бөгөн социаль селтәрҙә улар Ағиҙел йылғаһында һәләк булған тип яҙып сыҡтылар. Баланың кәүҙәһен сығарғандар, ә йәш әсә һаман табылмаған.

«Башинформ» агентлығы Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә ошо хәлгә аңлатма һорап мөрәжәғәт итте.

«Бәләкәй баланың мәйете табылған. «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Оператив-эҙләү эштәре алып барыла», — тип хәбәр итте ведомство вәкиле.

http://www.bashinform.ru/news/1211883-v-bashkirii-iz-reki-izvlekli-trup-mladentsa/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть