Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Милләттәр кросында» 4,5 меңдән ашыу спорт яратыусы ҡатнашты

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

15 сентябрҙә баш ҡаланың «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Милләттәр кросы» бөтә Рәсәй еңел атлетика ярыштары үтте. Өфөлә 4,5 меңдән ашыу кеше стартҡа баҫты.

Йүгерергә яратыусылар Ҡашҡаҙан күле тирәләй ике саҡрым арауыҡты үтте. Хеҙмәт коллективтары араһында уҙышта Октябрь районы вәкилдәре уңышҡа өлгәште. Мәҫәлән, 155-се лицейҙың физкультура уҡытыусыһы Гүзәл Арыҫланова беренсе урын алды.

Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды.

«Милләттәр кросы» — Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә иң күмәк спорт сараһы, был 1-12 саҡрым арауыҡҡа уҙыш. Ул 2004 йылдан ике этапта уҙғарыла. Ярыштарҙың беренсе этабы Рәсәй төбәктәрендә сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе уҙғарыла. Арауыҡты һәм ҡатнашыу шарттарын ярыштарҙы ойоштороусылар урындарҙа билдәләй. Уның еңеүселәре һәм призерҙар «Милләттәр кросы»ның финал стадияһында – беренсе этап тамамланғандан һуң бер аҙнанан Мәскәүҙә үткән Гран-приҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.

http://www.bashinform.ru/news/1211688-v-ufe-uchastnikami-krossa-natsiy-2018-stali-bolee-4-5-tysyach-lyubiteley-sporta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть