Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн хупланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Италияның Адамелло-Брента ҡалаһында уҙған ЮНЕСКО-ның 8-се Халыҡ-ара геопарктар конференцияһында эксперттар Башҡортостанда «Янғантау» геопаркы ғаризаһын ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн хупланы.

«Янғантау» геопаркы Салауат районында урынлашҡан. Уның майҙаны 1,8 мең квадрат километр тәшкил итә. Бында халыҡ-ара һәм милли әһәмиәтле 20-нән ашыу геологик объект урынлашҡан. Төп геологик күренекле урын – Мәсетле ауылы киҫелеше. Бында пермь осорондағы (290 миллион йыл элек) таш булып ҡатҡан флора һәм фауна бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Янғантау»ҙы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү ғаризаһын республика 2017 йылдың ноябрендә бирҙе. Әлеге ваҡытта уға донъяның 38 илендәге 140 геопарк инә. Уҙған йәй ЮНЕСКО белгестәре биләмәнең статусын раҫлау өсөн Салауат районында булды. «Янғантау» геопаркын глобаль селтәргә индереү тураһында аҙаҡҡы ҡарар 2018 йылдың октябрендә, ЮНЕСКО геопарктары буйынса Совет белгестәренең отчетын ҡарағандан һуң билдәле була.

http://www.bashinform.ru/news/1211628-geopark-yangan-tau-odobren-dlya-vklyucheniya-v-globalnuyu-set-yunesko/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть