Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан – Рәсәйҙә тауар балы етештереү буйынса беренсе»

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан тауар балы етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2021 йылда умартасылыҡ буйынса  XLVII «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерлек һәм уҙғарыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте.

Республикала 350 мең бал ҡорто күсе иҫәпләнә, йыл һайын 5-6 мең тонна тауар балы етештерелә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Ул илебеҙҙә етештерелгән бөтә тауар балының һигеҙ проценты, Башҡортостандың Волга буйы федераль округындағы өлөшө 23 процент тәшкил итә.

- Беҙҙә бик ҙур баллы биләмәләр бар – йүкә, ҙур-ҙур ауыл хужалығы культуралары майҙандары, ҡоро үҙәндәр. Был байлыҡтар менән мөмкин тиклем күп итеп файҙаланырға, умартасылыҡтарҙы киңәйтеү, алған балды ихтыяжлы аҙыҡ-түлек баҙарына эшкәртеү, уның конкуренция һәләтлеген арттырыу өсөн шарттар, мөмкинлектәр булдырырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1211647-rustem-khamitov-bashkortostan-pervyy-v-rossii-po-proizvodstvu-tovarnogo-myeda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть