Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бөрйән районында 3,5 гектар майҙанда урман яна

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостандың Бөрйән районында 3,5 гектар майҙанда урман яна. 17 сентябрҙә сәғәт 6-ға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, янғын сығанағын һүндереп булмаған.

Алдан Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәбиғи янғындар хәүефе менән бәйле иҫкәрткәйне. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 15 сентябрҙән Башҡортостанда ғәҙәттән тыш 5 класлы янғын хәүефе иғлан ителгән, төбәктә янғын сығыу ихтималлығы 20 сентябргә тиклем һаҡлана.

2018 йылда янғын хәүефе осоро башланғандан республика биләмәһендә бөтәһе дөйөм 877 мең гектар майҙанда (уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 522 гектарға артҡан, 354,42 гектар булған) 138 тәбиғи янғын булған (уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 38 усаҡ).

17 сентябрҙә республика буйынса икенсе, урыны менән өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе класлы урман янғыны хәүефе фаразлана.

Дүртенсе класлы урман янғыны хәүефе 16 муниципаль берәмектә фараз ителә: Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Илеш, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында. Бишенсе класлы урман янғыны хәүефе Көйөргәҙе районында фаразлана.

http://www.bashinform.ru/news/1211833-v-burzyanskom-rayone-bashkirii-gorit-les-na-ploshchadi-3-5-gektara/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть