Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә шағир һәм журналист Рим Иҙиәтуллин арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә шағир һәм журналист Рим Иҙиәтуллин арабыҙҙан китте. «Кызыл таң» гәзитендә хәбәр итеүҙәренсә, ул бөгөн иртән вафат булған. Мәрхүм менән хушлашыу Саҡмағош районында уҙа.

Рим Зиннәтулла улы Иҙиәтуллин 1940 йылдың 23 февралендә Саҡмағош районының Яңы Мортаза ауылында тыуған. Дүрт йыл заводта эшләп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға ингән. Хеҙмәт юлын «Кызыл таң» гәзите редакцияһында башлаған. 1987-1992 йылдарҙа «Һәнәк» журналының – әҙәби хеҙмәткәре, 1992-2000 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитенең төрлө бүлексәләре мөдире булып эшләгән.

Уның шиғырҙары студент йылдарында уҡ республика гәзит-журналдары биттәрендә баҫылып сыҡҡан. Улар рус, украин, татар, башҡорт телдәрендә сыҡҡан.

Уның «Хәйерле иртә» (1983), «Хәйерле көн» (1996), «Хәйерле кис» (2007) тигән өс китабы донъя күргән. Рим Зиннәтулла улы  республикала иң яҡшы юмор оҫталарының береһе булды һәм оҙаҡ йылдар ошо жанрҙа уңышлы хеҙмәт итте. «Кызыл таң» гәзитендә эшләгән йылдарҙа «Тетәбикә һәм Ғәҙелйән», «Кызык таң» юмористик биттәре авторы булды.

Рим Иҙиәтуллин – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

http://www.bashinform.ru/news/1210347-v-ufe-ushel-iz-zhizni-poet-i-zhurnalist-rim-idiyatullin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть