Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Дәүләкән кефирында эсәк таяҡсаһын тапҡандар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәй сифат системаһы «Дәүләкән һөт компанияһы» продукцияһында етешһеҙлектәр асыҡлаған. Етештереүсенең кефирында эсәк таяҡсаһы табылған.

«Яңыраҡ үткәрелгән тикшереүҙәр барышында сауҙа маркаларының яртыһында төрлө етешһеҙлектәр асыҡланған. Өҫтәүенә алты сауҙа маркаһы кефирында (36-нан) — «Буденновскмолпродукт», «Дәүләкән», «Дубровканан һөт продукттары», «Ставрополь» һөт комбинаты» һәм «Кубань ҡояшы» — эсәк таяҡсаһы табылған», — тип хәбәр ителә ойошманың сайтында.

2018 йылдың апрелендә лә Башҡортостан предприятиеһында етешһеҙлектәр теркәлде. Атап әйткәндә, «Дәүләкән һөт компанияһы» ҡаймағында хайуан майҙары үҫемлектеке менән алмаштырылған булған, шулай уҡ тетрациклин төркөмөнә ҡараған антибиотиктар эҙҙәре табылды.

«Роспотребнадзор менән берлектәге эшебеҙ һөҙөмтәһе буйынса һөт-сеймалды фальсификациялауҙа ғәйепле тип уйлаған тәьминәтселәрҙе асыҡланыҡ. Әле улар менән эш туҡтатылған. Антибиотиктарға килгәндә, Рәсәй сифат системаһы лабораторияһы бик ҡиммәтле һәм һиҙгер тестар ҡуллана, улар бик аҙ дозалы антибиотиктар барлығын да күрһәтә ала, быны стандарт ысул менән билдәләп булмай», — тип аңлатма бирҙе ул саҡта «Дәүләкән һөт компанияһы»ның генераль директоры Дмитрий Малов.

Рәсәй сифат системаһының белдереүенән һуң предприятиеға пландан тыш Роспотребнадзор белгестәре килгән.

http://www.bashinform.ru/news/1209966-v-davlekanovskom-kefire-obnaruzhili-kishechnuyu-palochku-/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть