Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорттың төрлө тармаҡтарында эшләгән 45 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почёт грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Һеҙҙе лайыҡлы дәүләт наградалары алыуығыҙ менән ҡотлайым. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ һеҙ ошо бүләктәргә. Был ғәҙел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яңы уңыштар, һаулыҡ теләйем. Хеҙмәт коллективығыҙҙа һәр саҡ ыңғай мөхит, барлыҡ йүнәлештәрҙә лә бөтәһе лә һәйбәт булһын. Әле республикабыҙ һәйбәт үҫеш этабында. Беҙҙә бюджет, һалым керемдәре бер тигеҙ. Бюджетыбыҙ тулы, күп объекттар төҙөлә. Дөйөм алғанда, был халыҡты позитивҡа көйләй.

Бүләкләнеүселәр араһында – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған яҙыусы Гөлнур Яҡупова һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеме менән билдәләнгән «Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

http://www.bashinform.ru/news/1210008-rustem-khamitov-vruchil-gosudarstvennye-nagrady-rossii-i-bashkortostana/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть