Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала умартасылар байрамы — «Бал ҡорто туйы» була

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған бал байрамы — «Бал ҡорто туйы» була. Умартасылар, ғәҙәттәгесә, 15 сентябрҙә Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылына йыйыла, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына ойоштороусылар.

Байрам ҡунаҡтары балдың төрлө төрҙәрен һәм башҡа умартасылыҡ продукттарын, умартасылыҡ инвентарын, сувенир продукцияһын һатып алыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм белемен арттырыу мөмкинлегенә эйә.

«Йыл һайын унда Башҡортостандан тыш, күрше төбәктәрҙән дә: Татарстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Чебоксар ҡалаһынан умартасылар ҡатнаша. Бәләбәй районында йәшәүселәр быйылғы бал уңышын һатып алырға килә. Байрамда ялан кухняһы эшләй — бөтәһен дә һалдат бутҡаһы менән һыйлайбыҙ. Концерт һәм умартасылар эстафетаһын ойошторабыҙ — ул йыл һайын ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра», — тине Мәтәүбаш ауылы хакимиәте башлығы Марат Зәйруллин.

Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Республикала 335 мең бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. Башҡортостан умартасылары был байрамды беренсе тапҡыр 2013 йылда ойошторғайны. 2014 йылдан алып ойоштороу эштәренә Бәләбәй районы хакимиәте ҡушылды.

«Бал ҡорто туйы» — Рәсәйҙә умартасылыҡҡа һәм умартасылыҡ продукцияһына арналған иң йәш умартасылар байрамы. Бал фестивале миҙгел ябылғандан һуң уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1209985-v-bashkirii-proydet-professionalnyy-prazdnik-pchelovodov-pchelotuy/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть