Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡырымда Башҡортостан булышлығында төҙөкләндерелгән Мәҙәниәт йорто асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

12 сентябрҙә Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында капиталь ремонттан һуң район Мәҙәниәт йортон асыу сараһы булды, тип хәбәр итә Ҡырым Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте. Тантанала Ҡырым башлығы Сергей Аксёнов Мәҙәниәт йортон асыу райондың муниципаль власы һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булыуын билдәләне.

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, шулай уҡ Белогорск районы хакимиәте башлығы Галина Переловичҡа ҙур рәхмәт. Бөгөн ошо залда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар. Башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдерәм. Мәҙәниәт йортон асыу ҡала һәм район халҡына яңы мөмкинлектәр һәм ижади перспективалар бүләк итер тигән ышаныстамын», – тине Ҡырым башлығы.

Уҙған йылдың майында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергея Аксёновтың осрашыуы булды. Яҡтар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһы Министрҙар советы араһындағы 2017-2019 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына, шулай уҡ финанс, мәҙәни һәм инвестиция үҙ-ара эш итеү өлкәһендә ведомство-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Саралар планына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлектең барлыҡ төп өлкәләрендәге 12 йүнәлеш инде.

Бынан алда Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса республиканың социаль маҡсатлы программалар фондында Ҡырымға булышлыҡ итеү буйынса сараларҙы финанслау өсөн иҫәп асылғайны. Уны тулыландырыу сығанаҡтары – республика предприятиеларының үҙ теләге менән күсергән аҡсаһы һәм республика халҡы иғәнәһе. Белогорск районына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме 400 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

http://www.bashinform.ru/news/1209909-v-krymu-pri-podderzhke-bashkortostana-otkrylsya-rekonstruirovannyy-dom-kultury-/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть