Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда программистарға тәҡдим ителгән уртаса эш хаҡы - 43 мең һум

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

13 сентябрҙә Рәсәйҙә Программист көнө билдәләнә. HeadHunter рекрутинг порталы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда вакансиялар баҙарының 7,6% ИТ-өлкә биләй. 2018 йылдың ғинуарынан авгусына тиклем унда вакансиялар — 66% (2017 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда), ә резюмелар һаны 15% артҡан.

Республикала ИТ-өлкә дәғүәселәренең күпсееге Өфөлә йәшәй (81%), икенсе урында — Стәрлетамаҡ (5,4%), өсөнсөлә — Салауат (2%). Дәғүәселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар — 19%, ир-егеттәр араһында 30 йәшкә тиклемгеләр күберәк.

Рәсәйҙә быйыл ИТ-белгестәр өсөн хеҙмәт хаҡы буйынса уртаса тәҡдим айына 62,5 мең, Башҡортостанда 42,7 мең һум тәшкил итә. Резюмела йышыраҡ JavaScript, PHP һәм C++ программалау телдәре күрһәтелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1209810-v-bashkirii-srednyaya-predlagaemaya-zarplata-programmistov-43-tys-rubley/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть