Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың һәм башҡорт театрының 100 йыллығына «Буранғолов. Ашҡаҙар» спектакле ҡуйыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Буранғолов. Ашҡаҙар» спектакле өҫтөндә эшләй.

Яңы сәхнә әҫәре театрҙың, республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, шағир, драматург һәм фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың 130 йыллығына арналған.

«Башҡорт театры Стәрлетамаҡта ойошторолған һәм Буранғоловтың «Ашҡаҙар»ы тәүге спектаклдәрҙең береһе булған. Уның мираҫы баһалап бөткөһөҙ, беҙ үҙебеҙҙе уның рухи вариҫтары итеп тоябыҙ. Ошо ваҡиғаларға, театрҙы, республиканы ойоштороуға ҡатнашы булған шәхестәргә тейешле баһа бирергә, улар хаҡында тамашасылар менән һөйләшергә теләйбеҙ, һәм был пьеса бик ҡулай булып сыҡты, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына режиссер Зиннур Сөләймәнов. — Уны күптән бер кем дә ҡуймай, өҫтәүенә барыһы ла унан башланған: пьеса 1917 йылда Ырымбурҙа яҙылған һәм үҙешмәкәр коллективтарҙа уйналған. Тәүге тапҡыр, башҡорт телендә һәм башҡорттар тураһында».

Спектаклдең жанры музыкаль драма тип билдәләнгән, тип асыҡлыҡ индерҙе режиссер. Унда документаль мәлдәр һәм фольклор күп. Спектаклдә ике — Буранғоловтың үҙенең һәм уның «Ашҡаҙар» пьесаһының сюжет һыҙаты була.

Спектакль өҫтөндә балетмейстер Сулпан Асҡарова, композитор Илшат Яхин, рәссам Лилиә Сөләймәнова эшләй. Тотош труппа ҡатнаша. Төп ролдәрҙә — Резеда Әмәкәсова һәм Илфир Баймырҙин, Буранғолов ролен Рафиҡ Хәсәнов уйнай.

http://www.bashinform.ru/news/1209639-k-100-letiyu-respubliki-i-bashkirskogo-teatra-postavyat-spektakl-burangulov-ashkadar/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть