Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Өфө» футбол клубының танылыуына бәйле сит илдәге киң мәғлүмәт саралары Башҡортостан хаҡында йышыраҡ яҙа башланы – Рөстәм Хәмитов

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Өфө» футбол клубы ойошторолоу менән Башҡортостандың сит ил киң мәғлүмәт сараларында өҙөмтә килтереү индексы артты. Йәштәр мәшғүллеге буйынса I «Уңышлы һәм мәшғүл булыу – трендлы булыу» – «PROFуспех» республика форумының пленар ултырышында сығыш яһағанда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта хәбәр итте.

– Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине. Хәҙер өҙөмтә килтереү индексы тиҫтәләрсә тапҡырға артты, – тине Рөстәм Хәмитов, «Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизовтың сығышына аңлатма биреп.

«Бөтә донъя футбол тип хыяллана» һәм «Өфө»нөң уңыштары «республиканы үҫтереү күҙлегенән ҡыҙыҡлы маркетинг алымы»на әүерелә,  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.

– Бөгөн «Өфө» футбол клубы футболсылар менән тәьмин итә, шул иҫәптән донъялағы билдәле командарҙы ла, клуб Европа лигаһында ҡатнашты, – тине республика Башлығы Башҡортостан футбол клубының уңыштары хаҡында. – Бер кем дә биш-алты йыл эсендә яңы спорт командаһын ойоштороуға, уңыш ҡаҙаныуға һәм һөҙөмтәгә ирешеүгә ышанмай ине. Теләк һәм дәрт булһа, барыһына ла өлгәшергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1209561-blagodarya-fk-ufa-o-bashkortostane-stali-chashche-pisat-zarubezhnye-smi-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть