Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Яҡташыбыҙ «Туризм һылыуҡайы - 2018» донъя конкурсында тажға дәғүә итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлаған художестволы гимнастика буйынса спорт мастеры Анастасия Яковлева «Донъя туризмы һылыуҡайы — 2018» исеме өсөн көс һынаша. Халыҡ-ара конкурс 12-17 сентябрҙә Ҡытайҙа уҙа. Унда төрлө илдәрҙән 60-тан ашыу һылыуҡай ҡатнаша. Башҡортостан исеменән республика моделе Анастасия Яковлева сығыш яһай.

«Анастасия — бик әүҙем һәм яуаплы. Дүрт йыл моделдәр мәктәбендә дефиле дәрестәрен бирә, бейеүҙәр ҡуя. Хәйриәлек менән күп шөғөлләнә, хужаһыҙ хайуандар хаҡында хәстәрлек күрә. Уны экология мәсьәләләре борсой, ул барлыҡ өмәләрҙә ҡатнаша. Настя хатта беҙҙең агентлыҡ моделдәренән штаб йыйған һәм улар күмәкләп экологик сараларға йөрөй», — тип һөйләне «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы директоры Луиза Закирйәнова.

Ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә. Иң мөһим этапта — милли  турҙа ҡыҙҙар үҙ илдәре һәм төбәктәре менән таныштырырға тейеш. Анастасия билдәле башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицынаның костюмын күрһәтә. Шулай уҡ программала – таланттар конкурсы, унда Настя «модерн» стилендәге бейеү башҡара һәм хәйриәлек этабы.

Анастасияның күләмле донъяуи проекттарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе ҙур. Ул — студенттарҙың «Донъя Университеты һылыуҡайы 2016» төп матурлыҡ конкурсы призеры, әйткәндәй, ул Ҡытайҙа уҙҙы. «Офис һылыуҡайы – 2017», «Эко Донъя һылыуҡайы», «Башҡортостан студенттары һылыуҡайы», «Виртуаль Рәсәй һылыуҡайы» һәм башҡа сараларҙа уңышлы сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1209532-krasavitsa-iz-bashkirii-pretendentka-na-koronu-v-mirovom-konkurse-miss-turizm-2018-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть