Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Владивостокта Башҡортостан делегацияһы республикала ике агломерация үҫеше тураһында һөйләне

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Бөгөн Владивостокта IV Көнсығыш иҡтисади форумының икенсе эш көнө бара. Ҡатнашыусылар араһында – республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы. Икенсе көндө тәүге сара стратегик планлаштырыу мәсьәләләренә яуаплы Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Живулин менән осрашыу булды. Унда шулай уҡ республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ҡатнашты.

Осрашыуҙа, атап әйткәндә, һүҙ Рәсәйҙең 2025 йылға тиклем арауыҡ үҫеш стратегияһы проекты тураһында барҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Сергей Новиков стратегияның һәр өлөшөндә ентекләп туҡтаны һәм хәҙер республика уны тулыландырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүен хәбәр итте. Яҡын ваҡытта иҫкәрмәләр Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына йүнәлтеләсәк.

Рәсәйҙең 2025 йылға тиклем арауыҡ үҫеш стратегияһы һәр төбәк өсөн, уның сәнәғәт һәм логистика үҙенсәлегенән сығып, тармаҡ махсуслаштырыуын билдәләй. Иҡтисади үҫеште агломерацияларға туплау күҙаллана. Документ проекты Башҡортостанда – Өфө һәм бер нисә район: Ауырғазы, Благовещен, Благовар, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө һәм Шишмә райондары ингән Өфө агломерацияһын билдәләй. Республика Хөкүмәте Өфө агломерацияһын Архангел, Нуриман, Бөрө, Мишкә, Саҡмағош, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары иҫәбенә киңәйтеү яҡлы сығыш яһай. Өҫтәмә тағы ла бер сәнәғәтле үҫеш биләмәһе бүлергә тәҡдим ителә: Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары. Уны шартлы рәүештә Көньяҡ Башҡортостан агломерацияһы тип атағандар.

Республиканың тағы ла бер тәҡдиме – Башҡортостандың махсуслаштырыу исемлегенә компьютерҙар, электрон оптик изделиелар, электр ҡорамалдар етештереүҙе индереү. Әле компетенциялар иҫәбендә – ауыл хужалығы, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу, нефть химияһы, металлургия, приборҙар, машиналар эшләү, туризм, IT, йорт йыһаздары, кейем, аҙыҡ-түлек, дарыу һәм медицина изделиелары етештереү.

http://www.bashinform.ru/news/1209719-vo-vladivostoke-delegatsiya-bashkirii-podelilas-svoim-videniem-prostranstvennogo-razvitiya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть