Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда билдәһеҙ йәнлек бер нисә йорт ҡуянын үлтергән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Баймаҡта йәшәүселәр кисә төндә шәхси хужалыҡта булған хәлдән ҡото алынған. Билдәһеҙ йәнлек бер нисә кроликты үлтергән. Аҫҡы ситлектәр генә асыҡ ине, «үлтереүсе» өҫкөһөнә үрелә алмаған, тип һөйләне социаль селтәрҙәге фотолар авторы.

«Төндә эт олоно, ләкин беҙ сыҡманыҡ. Нимә булырын кем белә? Кроликтарҙың береһенең башын һәм тәпәйҙәрен өҙөп алғандар. Берәүһен ашаған, ә башҡалары менән уйнаған кеүек», — тип хәбәр итте фотоһүрәттәр авторы.

Яҙылыусылар видеокүҙәтеү камераһын ҡуйырға кәңәш иткән.

«Түшкәләрҙе ситлек эргәһенә һалырға һәм видеокүҙәтеү ҡуйырға. Йыртҡыс булһа, табышы артынан килә ул. Кеше булһа, килерме икән», — тип билдәләне урында йәшәүсе.

http://www.bashinform.ru/news/1209666-v-bashkirii-neizvestnyy-zver-ubil-neskolko-krolikov/    

Теги: хайуандар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть