Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә федераль программа буйынса ремонт 70% үтәлгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһы буйынса урам-юл селтәре ремонты 70 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығында. Бөгөнгө көнгә эштәр 55 объектта бара, уларҙың 52-һе планға ярашлы һәм өсәүһе – тендерҙарҙа экономияланған аҡсаға (СССР-ҙың 50 йыллығынан Шафиев урамына тиклем Октябрь проспекты, Өфө – Шакша юлы (Перспектива урамы), Конституция урамынан Ульяновтар урамына тиклем Ҡулса урамы).

Бөтә объекттарҙа деформация һәм ярыҡтар барлыҡҡа килеүҙе кәметеү өсөн уйлап сығарылған Superpave технологияһы файҙаланыла.

Быйыл биҫтәләрҙе, кварталдарҙы үҙ-ара бәйләүсе урамдарҙы ремонтлауға айырым иғтибар бүленә. Черниковка юлдары пландан 60% тәшкил итә, уҙған миҙгелдә 50% булды.

Юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығында башҡарылған эштәрҙең сифатын билдәләнеләр, ҡалала соҡорҙарҙы ремонтлау күләменең 4 тапҡыр ҡыҫҡарыуын күрһәтеп.

Программаны ике йыл ғәмәлгә ашырғанда баш ҡалала бөтәһе 137 саҡрым урам йүнәтелде. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты федераль һәм республика бюджеттарынан бер тигеҙ – йыл һайын һәр ҡайһыһынан 1-шәр миллиард һум финанслана.

http://www.bashinform.ru/news/1209740-v-ufe-remont-po-federalnoy-programme-vypolnen-na-70/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть