Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһы сиктәрендә Журналистар аллеяһы һалынды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары Урмансылар паркында Журналистар аллеяһын ултыртты.

«Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһы сиктәрендә махсус һайланған майҙансыҡта 40 төп тирәк ултыртылды.

Акцияға республиканың гәзит-журналдары, радио, телевидение һәм интернет киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡушылды.

«Башинформ» агентлығы һәм Ижтимағи электрон гәзит журналистары ла үҙ ағастарын ултыртты.

«Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөн уҙғарыу менән бәйле был акцияға ҡушылырға теләк белдерҙек, — тип хәбәр итте Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. — Һәр ағас эргәһенә таҡта ҡуйыласаҡ».

Урман хужалығы министры урынбаҫары Салауат Бәхтиәров акцияны даими уҙғарыу күҙаллана тип билдәләне.

Рәсәй Урман хужалығы йыл һайын «Йәшә, урман!» бөтә Рәсәй акцияһы иғлан итә. Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары был акцияға ҡушыла. Уның мәғәнәһе һәм төп маҡсаты – үҫеп килгән быуынға экологик белем биреү һәм ағас ултыртыу, урман үҫтереү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү саралары.

«Башҡортостан акцияла йыл һайын ҡатнаша. Былтыр унда 15 мең кеше үҙ өлөшөн индерҙе. Быйыл, Волонтер, ирекмән йылын иҫәпкә алып, ҡатнашыусылар һаны бермә-бер артыр тип ышанабыҙ», — тине Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айрат Искәндәров.

http://www.bashinform.ru/news/1209303-v-ufe-v-ramkakh-aktsii-posadi-svoe-derevo-zalozhili-alleyu-zhurnalistov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть