Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Парламенттың яңы саҡырылышы төрлө ҡарашлы була – Сергей Семенов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Яңы саҡырылыш төбәк парламентында сәйәси партияларҙың бүленеүе элеккесе ҡалды, тип иҫәпләй философия фәндәре кандидаты Сергей Семенов. Ҡайһы бер үҙгәрештәр власть оппонентары файҙаһына булды, әммә ныҡ ҙур түгел.

«Беҙ фараз иткәнсә, сәйәси партияларҙың бүленеүе илдәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе, пенсия реформаһын иҫәпкә алып, бер аҙ үҙгәрҙе. Власть партияһы бер аҙ вәкиллеген кәметте, коммунистар, ЛДПР, күпмелер күләмдә «Ғәҙел Рәсәй» үҙенең урынын нығытты. Былар барыһы ла алдан көтөлдө», — тип ҡарашын белдерҙе белгес.

Сергей Семенов фекеренсә, яңы парламентта емергес көстәр юҡ, ә төрлө ҡараштар – файҙалы.

«Минең уйлауымса, шуның менән бәйле төбәк парламентының эше ҡыҙығыраҡ, алмаш ҡараштар күберәк, фекер алышыу файҙалыраҡ буласаҡ. Парламент яҡшы мәғәнәлә бәхәсле буласаҡ», — тине белгес.

9 сентябрҙәге һайлауҙар йомғаҡтары буйынса республикала алты партия вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үтте. «Берҙәм Рәсәй» — 79 мандат, «КПРФ» — 15, ЛДПР — 7, «Ғәҙел Рәсәй» — 5, «Рәсәй патриоттары» — 2 мандат, «Йәшелдәр» экологик партияһы 1 мандат алды. Төбәк парламентына Сәнәғәт округы буйынса берәү үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе үтте — Айрат  Кәримов.

http://www.bashinform.ru/news/1209389-novyy-sozyv-parlamenta-budet-diskussionnym-sergey-semenov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть