Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәргә гриптың яңы штамдары янаймы — Роспотребнадзор эксперты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Быйылғы эпидемилогик миҙгелдә рәсәйҙәр киҙеүҙең ике яңы хәүефле штамдарын тоя ала. Күп кенә киң мәғлүмәт саралары үҙҙәренең баҫмаларында ошо хаҡта мәғлүмәт урынлаштырҙы.

Грипп вирусы йыл һайын үҙгәреп тороусан, тип билдәләй эксперттар.

«Киҙеү вирусы миҙгел дауамында үҙгәрергә һәләтле булыуы сәбәпле сирҙең эпидемик күтәрелешенә килтереүе мөмкин. Һөҙөмтәлә ошо вирустың яңы штамдары барлыҡҡа килә, ә халыҡтың уға ҡаршы иммунитеты юҡ, — ти эпидемиологик күҙәтеү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева. — Беҙ яңы штамдарға әҙер. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән 2018-2019 миҙгелгә грипҡа ҡаршы вакцинаға яңы штамдарҙың антигены индерелгән. Йыл һайын фармацевтар махсус — аныҡ миҙгел өсөн — грипп вирусының теге йәки был штамдары булған вакцина әҙерләй.

Республикала киҙеүҙең яңы штамдарына ҡаршы вакцинация башланған да инде. Тап ул хәүефте кәметә — прививка яһатҡан кеше ауырыһа ла, ул сирҙе еңелерәк үткәрә.

Зөһрә Шаһиева һүҙҙәренсә, әлегә төбәккә балалар өсөн 150 мең самаһы һәм өлкәндәр өсөн 120 мең вакцина килтерелгән.  Быйыл республикала бөтәһе 1,6 миллион кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһау планлаштырыла.

Иммунизация өсөн иң уңайлы осор — сентябрь-октябрь, сөнки грипп вирусы күсеп йөрөмәй, ә иммун системаһы вакцинаға яуап бирергә әҙер. Әммә прививканы сирҙең эпидемик күтәрелешенә тиклем эшләтергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1209213-ugrozhayut-li-zhitelyam-bashkirii-novye-shtammy-grippa-ekspert-rosportebnadzora-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть