
Башҡортостан спортсылары үҫмерҙәрҙең Олимпия уйындары миҙалдары өсөн көрәшәсәк

Башҡортостан спортсылары үҫмерҙәрҙең Олимпия уйындары миҙалдары өсөн көрәшәсәк Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Башҡортостан спортсылары октябрь башында үҫмерҙәрҙең III йәйге Олимпия уйындарында миҙалдар өсөн көрәшергә Аргентинаның Буэнос-Айрес ҡалаһына юллана. Унда 206 илдән 15-18 йәштәге үҫмерҙәр йыйыла.
Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостандан өс спортсы: йөҙөүсе Полина Егорова, уҡ атыу вәкиле Станислав Черемискин һәм велоспорт буйынса ике дисциплинала сығыш яһаясаҡ Айгөл Гәрәева ҡатнаша.
«2014 йылда Нанкиндә үткән алдағы Уйындар менән сағыштырғанда программаға яңы биш спорт төрө: брейк-данс, каратэ, ҡаяға үрләү, роллер-спорт һәм акробатика ингән. Ике спорт төрө — сквош һәм поло — күрһәтмә сифатында тәҡдим ителәсәк», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.



