Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Йәштәр өсөн уҡытыусы, остаз булыу – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

11 сентябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәштәр мәшғүллеге буйынса «Уңышлы һәм мәшғүл булыу — трендлы булыу» – «PROFуспех» I республика форумының пленар сессияһында сығыш яһаны.

Төбәк етәксеһе, башҡарма власть органдары вәкилдәре, Башҡортостандың ҙур эш биреүселәре һөнәри йүнәлеш биреү, мәшғүллек, эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге, төрлө тармаҡтарҙа йәш кадрҙарға ихтыяж мәсьәләләрен йәштәр менән асыҡ диалог форматында тикшерҙе.

Төбәк Башлығы форумда ҡатнашыусыларға, йәштәргә мөрәжәғәтендә һөнәри йүнәлеш биреү, буласаҡ һөнәр һайлау темаларын ҡуҙғатты. Был мәсьәлә республика өсөн көнүҙәк булып тора, сөнки Башҡортостан Волга буйы федераль округында урта йәш ҡарашынан иң йәше булып һанала, тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы йәш кешенең үҫешендә, артабанғы юлды һайлауҙа уҡытыусылары һәм остаздары ҙур роль уйнай тип билдәләне.

- Донъя даими ҡатмарлаша. Был осраҡта йәш кеше эргәһендә уҡытыусы, дөрөҫ йүнәлеш бирә, йүнәлтә, өҫтөнлөктәрҙе ҡуя алған кеше кәрәк, — тин Рөстәм Хәмитов. — Оло быуынға, бында сәхнәлә һәм залда булғандарға мөрәжәғәт итәм. Ғөмүмән әйткәндә, йәштәр өсөн уҡытыусы, остаз булыу – ул беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ. Бер ниндәй ҙә хатта финанс ярҙамы, төрлө осрашыуҙар, форумдар, майҙансыҡтар ҙа йәштәр менән туранан-тура эш итеү, уларҙың эргәһендә булыу кеүек ролде башҡармаясаҡ.

Ләкин һөнәри йүнәлеш һайлауҙа төп роль, Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, йәш кешеләрҙең үҙендә. Ул һәр кешенең «эске эш» һөҙөмтәһе.

— Һеҙҙең үҙегеҙҙән башҡа уны бер кем дә башҡармай. Китаптарға, осрашыуҙарға, ғилми телмәрҙәргә ышанырға кәрәкмәй. Ул тәү сиратта һеҙ үҙегеҙ, — тип Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте.

http://www.bashinform.ru/news/1209478-rustem-khamitov-nasha-zabota-byt-uchitelyami-nastavnikami-dlya-molodyezhi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть