Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан IV Көнсығыш иҡтисади форумында ҡатнаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге республика делегацияһы бөгөн, 11 сентябрҙә, Владивостокта асылған көнсығыш иҡтисади форумында ҡатнаша. 2015 йылда Рәсәй Президенты Указы менән менән булдырылған ошо майҙансыҡта донъя иҡтисады, төбәк интеграцияһы, сәнәғәттең яңы тармаҡтарын һәм технологияларҙы үҫтереүҙең төп мәсьәләләре тикшерелә.

Бөгөн Башҡортостан делегацияһы «Тау», «ФосАгро» компаниялары һәм Японияның Hitachi, Ltd конгломераты етәкселеге менән осраша, улар менән республика биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Форум саралары панель сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, теледебаттар, эшлекле иртәнге аштар һәм бизнес-диалогтар форматында уҙғарыла. Форум майҙансығында Рәсәйҙең Азия-Тымыҡ океан биләмәһендәге партнер илдәре вәкилдәре, шулай уҡ АСЕАН  — әүҙем үҫешкән Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренең төп интеграция төркөмө вәкилдәре менән һөйләшеү була.

Ҡатнашыусылар Азия-Тымыҡ океан төбәгендә яңы геосәйәсәтте һәм  иҡтисади хеҙмәттәшлек үҫешен, Рәсәй, Көньяҡ Корея һәм Корея Халыҡ Демократик Республикаһының өс яҡлы килешеүен үҫтереүҙе, шулай уҡ Алыҫ Көнсығышта һанлы иҡтисадты һәм юғары технологиялы проекттарҙы тикшерә.

Быйыл форумда алты меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән, улар – 60-тан ашыу ил вәкилдәре. Сит ил ҡунаҡтары иҫәбендә — Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин, Япония Премьер-министры Синдзо Абэ, Монголия Президенты Халтмагийн Баттулга һәм Көньяҡ Корея Премьер-министры Ли Нак Ён.

Эшлекле программа һәм күргәҙмәләр тураһында мәғлүмәт менән Көнсығыш иҡтисади форумының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Көнсығыш иҡтисади форумында Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм «Таурус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («ТАУ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең компаниялар төркөмөнә инә) араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған да инде.

http://www.bashinform.ru/news/1209218-bashkiriya-predstavlena-na-iv-vostochnom-ekonomicheskom-forume/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть