Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 20 йәшлек Регина Басированы эҙләйҙәр

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда полиция, ирекмәндәр һәм туғандары хәбәрһеҙ юғалған 20 йәшлек Регина Басированы эҙләй. «Балаларҙы эҙләү-Өфө» (Башҡортостан) төркөмө етәксеһе Павел Нестеров хәбәр итеүенсә, ҡыҙ 31 августа кискеһен Дәүләкәндән Өфөгә киткән һәм юғалған. Уның ҡайҙа икәнлеге әлегә тиклем билдәһеҙ. Ҡыҙҙың Үҙәк баҙар тирәһендә булыуы мөмкин, тигән фараз бар.

«Ҡыҙың Өфөлә, тигән шылтыратыу булды.Мин шунда уҡ такси менән баш ҡалаға юлландым. Уны күрҙем, ләкин ҡыҙым минән ҡаса башланы. Октябрь проспектында бер автобусҡа инеп ултырҙы, мин — уның артынан. Беҙ уның менән өс туҡталышты үттек. Унан ни өсөн үҙен шулай тотоуын, ни өсөн өйҙән сығып китеүен белергә тырыштым. Регина миңә ҡысҡыра, һин мине өйҙән ҡыуып сығарҙың, тип әйтә башланы. Аҙаҡ автобустан төшөп китте — мин уны ҡыуып етә алманым», — тип хәбәр итте ҡатын.
Уның һүҙҙәренсә, быға тиклем ҡыҙының ундай ҡылығы булмаған. Был хәл ҡыҙ Өфө ресторанына эшкә урынлашҡандан һуң башланған. Ҡыҙым насар компанияға эләккән, тип уйлай ҡатын. Ҡыҙға медицина ярҙамы талап ителеүе ихтимал.

Билдәләре: 16-18 йәштәрҙә, буйы 150 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле, һоро күҙле. Айырым билдәләре: ике яҡ сикәһе ҡырылған.

Ваҡ һүрәттәр төшөрөлгән аҡ кофта, күк джегинсы, ҡара кроссовка кейгән.

«Регинаның ҡайҙа икәнлеге тураһында мәғлүмәт белгән кешеләрҙе +7 (34768) 3-19-31, 102 (полиция), 8-919-141-20-71 (ҡыҙҙың әсәһе) телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт итте ирекмәндәр.

http://www.bashinform.ru/news/1209314-v-bashkirii-razyskivaetsya-propavshaya-bez-vesti-20-letnyaya-regina-basyrova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть