Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Рәсәй парламенттары башлыҡтары медиарейтингында — тәүге бишәү иҫәбендә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Констанитин Толкачев 2018 йылдың сентябрь йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары медиарейтингында бишенсе урынды биләне. Республика парламенты спикеры бына бер нисә ай инде ошо позициянан төшмәй, тип хәбәр иттеләр төбәк парламентынан.

Константин Толкачев Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Иркустк өлкәләрендәге коллегаларынан ғына ҡалышып, сираттағы тапҡыр Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендәге парламент етәкселәрен уҙып китте. Волга буйы федераль округында Константин Толкачев беренсе урынды алды. Медиарейтинг тураһында мәғлүмәттәрҙе 2003 йылдан алып рейтинг тикшереүҙәре менән шөғөлләнгән һәм әлеге көндә киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеүҙә лидер һаналған «Медиалогия» компанияһы баҫтырып сығарҙы.

Рейтинг 46 меңдән ашыу сығанаҡ: телевидение, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет сайттары, шулай уҡ 800 мең самаһы соцмедиа сығанаҡтары мәғлү­мәттәре нигеҙендә төҙөлгән.

http://www.bashinform.ru/news/1209228-konstantin-tolkachev-voshel-top-5-mediareytinga-glav-parlamentov-rossii/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть