Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала йорттарға 1,5 миллиард һумлыҡ капиталь ремонт яһау өсөн подрядсылар һайлайҙар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

1 октябргә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, шулай уҡ Белорет, Мәләүез, Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн подрядсылар һайлау буйынса электрон аукциондар тәғәйенләнгән. Контракттарҙың максималь суммаһы — 1 миллиард 467 миллион һум. Заказсыһы — «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы» фонды.

Ҡыйыҡтарҙы (сауҙалашыуҙың башланғыс хаҡы — 326,7 миллион һум), дөйөм мөлкәтте (633,7 миллион) һәм фасадтарҙы  (507,1 миллион) төҙөкләндереү өсөн подрядсылар айырым һайлап алына.

Килешеүҙәр буйынса бөтә эштәр 2019 йылдың ноябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1208884-v-bashkirii-vybirayut-podryadchikov-dlya-kapremonta-domov-obemom-1-5-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть