Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башстат: ете айҙа республика халҡы 6,5 меңгә аҙайған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Статистиктар Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүе тураһында хәбәр итә.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың ғинуар-июль айҙарында республикала 27 565 кеше тыуған, 30 255-е үлгән. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе 2690 кеше тәшкил иткән, 2017 йылда ул -1571 кешегә тиң булған. Өфөлә ете айҙа 7783 сабый донъяға килгән, 7128 кеше үлгән.

Ошо осорҙа Башҡортостанға 80 308 кеше килгән, 84 035-е күсеп киткән. Миграция кәмеүе 3727 кеше тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда ла кәмеү күҙәтелгән — 572. Ете ай эсендә Өфөнән 19 970 кеше күсенгән, 16 824 кеше килгән, кәмеү 3 146 кеше тәшкил иткән.

Дөйөм алғанда, республикала халыҡтың кәмеүе яҡынса 6 454 кеше тәшкил иткән, былтыр иһә ул 2143-кә тиң булған.

http://www.bashinform.ru/news/1207642-bashstat-ubyl-naseleniya-v-respublike-za-7-mesyatsev-sostavila-pochti-6-5-tysyach-chelovek-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть