Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә совет заманы мәктәбе тураһында күргәҙмә асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә яңы уҡыу йылы башланыуға совет заманы мәктәбе тураһында «Мөғжизәле мәктәп йылдары!» күргәҙмәһе асыла. Рәсми асыу сараһы Башҡортостандың Милли музейында 12 сентябрҙә була.

Коллекция бик күп йылдар буйына тупланған. Унда ысын тарихи документтар һәм фотоһүрәттәр, шулай уҡ совет мәктәбе атрибуттары: дәреслектәр, дәфтәрҙәр, яҙыу дәфтәрҙәре, көндәлектәр, ҡауырһынлы ручкалар, формалар, портфелдәр ҡуйылған.

Бынан тыш, күргәҙмәлә уҙған быуаттағы уҡыусыларҙың шөғөлдәре хаҡында белергә мөмкин. Компьютерҙар, планшеттар һәм башҡа гаджеттар булмаған саҡта улар үҙҙәренең буш ваҡытын маркалар, открыткалар, значоктар йыйыуға арнаған.

Күргәҙмә залында XX быуаттың икенсе яртыһындағы фарфор һындар һәм открыткаларҙың һирәк осрай торған коллекциялары тәҡдим ителгән.

Экспозицияла төп урынды әлифбалар йыйылмаһы биләй, иң боронғоһо 1935 йылда сыҡҡан.

Күргәҙмәлә хәҙерге уҡыусылар ата-әсәләренең, өләсәй-олатайҙарының мәктәп тормошо нисек булғанын күрә, ә өлкәндәр үҙҙәренең мәктәп йылдарын иҫенә төшөрә ала, тип хәбәр итте күргәҙмәләр бүлеге мөдире Алһыу Мөфтәхова.

Күргәҙмәнең төп үҙенсәлеге – совет заманы класы.

http://www.bashinform.ru/news/1209111-v-ufe-otkryvaetsya-vystavka-o-shkole-sovetskogo-vremeni-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть