Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Беҙ депутаттарҙан әүҙем һәм намыҫлы эш көтәбеҙ – Рөстәм Хәмитов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, башҡарма власть депутаттарҙан әүҙем һәм намыҫлы эш көтә, тип билдәләне.

– Беҙ, башҡарма власть, депутаттарҙан нимә көтәбеҙ? Әлбиттә, әүҙем эшләүҙе, әлеге көндә тормошобоҙҙа булған саҡырыуҙарға тап килеүҙе, һайлаусылар менән намыҫлы, әүҙем эш алып барыуҙы, – тине төбәк етәксеһе. – Сер түгел, депутатлыҡҡа яңы кандидаттар ауылдар буйлап йөрөгәндә халыҡтан ошондай фекерҙәр ишетте:  «Биш йыл элек килеп, вәғәҙә бирҙеләр ҙә юғалдылар. Хәҙер биш йыл үткәс, һеҙ килдегеҙ, вәғәҙә итәһегеҙ, һайлаусыларҙың мәнфәғәте өсөн эшләрбеҙ, тип һөйләйһегеҙ». Бындай фекер булырға тейеш түгел. Һайлаусылар менән даими, дөрөҫ эш булырға тейеш.

Кешеләрҙе алдарға, уларҙың хис-тойғолары менән уйнарға, буш вәғәҙәләр һәм бойомға ашмаҫтай тәҡдимдәр менән ҡыҙыҡтырырға ярамай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.

– Депутат эше – бик яуаплы. Ул һинең өсөн тауыш биргән халыҡ алдында етди яуаплылыҡты күҙ уңында тота, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Мин, һайланып ҡуйылған республика башлығы, даими рәүештә, көн һайын ошо яуаплылыҡты – ошо вазифаға һайланған кешенең яуаплылығын тоям. Шул рәүешле депутаттар ҙа бының билдә йөрөтөргә, льготалар алырға мөмкинлек биргән статус түгеллеген аңларға тейеш. Был -  ғәйәт ҙур яуаплылыҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1209046-ot-deputatov-my-zhdem-aktivnoy-i-chestnoy-raboty-rustem-khamitov/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть