Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала Бал фестивале үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова /.

15 сентябрҙә Өфөлә Бал фестивале үтә, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Унда Башҡортостан умартасыларына киң билдәлелек килтергән иң яҡшы бал төрҙәре тәҡдим ителәсәк. Ҡатнашыуға ғаризалар 13 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Алдан белгестәр быйыл Башҡортостанда бал етерлек күләмдә булыр тип һөйләне. Унан бигерәк, умартасылар күберәк йүкә балы ағыҙған, ә сәскәненекен – йәй һуңлап килеү сәбәпле ғәҙәттәгенән аҙыраҡ айыртҡан.

Фестиваль программаһында бал йәрминкәһе генә түгел, төрлө-төрлө конкурстар ҙа була. Атап әйткәндә, иң ҙур аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн тәҡдим иткән, сауҙа урынын иң яҡшы биҙәгән ҡатнашыусылар һайланасаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1209185-v-ufe-proydet-medovyy-festival/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть