Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Юрий Поляков С.Т. Аксаков исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указы менән заманса әҙәбиәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән, әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек өсөн С.Т. Аксаков исемендәге әҙәби премия Юрий Поляковҡа бирелде.

Юрий Михайлович Поляков (1954 йылда тыуған) – билдәле Рәсәй яҙыусыһы, шағир, публицист, драматург, журналист. Авторға «Сто дней до приказа» (1980, 1987 йылда баҫылып сыҡҡан), һәм «ЧП районного масштаба» (1981, 1985 йылда баҫылған) повестары әҙәби танылыу килтерә. Ике повесть та цензура менән тыйыла һәм үҙгәртеп ҡороу барышында ғына донъя күрә.

Башҡа әҫәрҙәр араһында – «Апофегей» (1989), «Парижская любовь Кости Гуманкова» (1991), «Демгородок» (1993) повестары, «Козлёнок в молоке» (1995), «Небо падших» (1998), «Замыслил я побег…» (1999), «Грибной царь» (2005) романдары, трилогия «Гипсовый трубач» (2008–2012). Жанр төрлөлөгө һәм социаль характеристика үткерлеге менән билдәләнгән Поляковтың прозаһына сюжеттың ҡыҙыулығы һәм стилдең тапҡырлығы хас.

Юрий Поляков алдынғы заманса драматург, уның пьесалары ҙур уңыш менән Рәсәй, БДБ һәм сит ил театрҙарында бара. С. Говорухин менән авторҙашлыҡта ул «Ворошиловский стрелок» (1997) фильмына киносценарий яҙған.

Ул шулай уҡ сағыу публицист, уның мәҡәләләрендә Рәсәйҙә барған дини һәм социаль-сәйәси процестар төшөндөрөлә. 2001-2017 йылдарҙа «Литературная газета»ның баш мөхәррире булған.

Юрий Поляков – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ағзаһы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт советы рәйесе, Рәсәй Драматургтар гильдияһы рәйесе.

Дуҫлыҡ, Почет,  IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары менән бүләкләнгән, Бунин премияһы лауреаты.

http://www.bashinform.ru/news/1209019-literaturnaya-premiya-imeni-s-t-aksakova-prisuzhdena-yuriyu-polyakovu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть