Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Эшҡыуар пенсионерҙарҙы Рәсәй Пенсия фондына түләүҙәрҙән бушатыуҙары ихтимал

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,/.

Шәхси эшҡыуар булған пенсионерҙарҙы Пенсия фондына түләүҙәрҙән бушатыуҙары ихтимал, тип белеп ҡалды «Известия». Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы хөкүмәткә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса үрҙә аталған льгота ҡаралған проектты индерҙе.

Пенсионерҙарҙы 2019 йылдың 1 июленән түләүҙәрҙән бушатырға тәҡдим ителә. 2024 йылға тиклем был проектты тормошҡа ашырыуға 450 миллиард һум тирәһе тотоноу күҙаллана.

Алдан хәбәр ителгәнсә, әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуарҙар Рәсәй Пенсия фондына килеме 12 айҙа 300 мең һумдан артмаһа йылына 26 545 һум түләргә тейеш. Бер йылда алған килеме был сумманан артҡан осраҡта табыштан 1 процент өҫтәлә.

Хөкүмәт был саранан тыш эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу өсөн кесе эшҡыуарлыҡтан дәүләт компаниялары һатып алыуҙарын үҫтерергә йыйына. 2024 йылға уларҙың күләме 4,2 триллион һумға етергә тейеш, тип хәтергә төшөрҙөләр баҫмала.

http://www.bashinform.ru/news/1208898-pensionerov-predprinimateley-mogut-osvobodit-ot-vznosov-v-pfr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть