Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡотҡарыусылар бәшмәксене автомобилендә үле килеш тапҡан

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

9 сентябрҙә Краснокама районында Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән 60 йәшлек ир бәшмәккә киткән һәм урманда юғалған. Уны эҙләү өсөн ҡотҡарыусылар төркөмө ебәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәшмәксене автомобилендә үле килеш тапҡандар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары ирҙең үлем сәбәбен асыҡлай.

Ҡотҡарыусылар тағы ла бер бәшмәксене эҙләүҙәре хаҡында хәбәр итә. Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан 65 йәшлек Арыҫлан Хәлилов та 8 сентябрҙә урманға бәшмәккә киткән һәм юғалған.

Бәшмәк йыйыу осоро — авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары өсөн тәбиғәттә аҙашҡандарҙы эҙләүҙең «ҡыҙыу мәле». Мәҫәлән, 9 сентябрҙә Дүртөйлө районы Эңгәсәк ауылы янында ике бәшмәксе: 33 йәшлек ир менән 36 йәшлек ҡатын юғалғайны. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар уларҙы тапҡан һәм юлда ҡалдырып киткән автомобилдәренә илтеп ҡуйған.

http://www.bashinform.ru/news/1209071-v-bashkirii-spasateli-nashli-gribnika-mertvym-v-ego-avtomobile/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть