Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда республика башлығын һайлауҙа эшен дауам итә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Башинформ» агентлығының матбуғат үҙәгендә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарға йомғаҡ яһаны. Һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеү һәм йәмәғәт матбуғат үҙәктәре ойоштороу тәжрибәһе Өфөлә 2016 йылдан ҡулланыла. Быйыл 9 сентябрҙә Йәмәғәт матбуғат үҙәге өсөнсө тапҡыр эшләне. Белгестәр Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ла ойоштороласағын билдәләне.

«Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда артабан бөтә һайлау процесында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡатнашыуы тураһында республика законына төҙәтмә ҡабул ителергә тейеш», — тип һөйләне палата рәйесе Ольга Панчихина.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәдйәнова һүҙҙәренсә, Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге дуҫтарса мөхитте һәм «нон-стоп» режимында һөнәри эште бөтә белгестәр, политологтар, журналистар, блогерҙар һәм башҡа һайлау процесында ҡатнашыусылар билдәләне.

«Беҙгә берҙән-бер етмәгән нәмә – ул йәш быуын менән эшләү. Республиканың Йәмәғәт палатаһы 2019 йылғы һайлауҙа эште яҡшыртыу буйынса ошо һәм башҡа йүнәлештәр буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә», — тип билдәләне Ғәлиә Мөхәмәдйәнова.

9 сентябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарҙың нисек үтеүе тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында ҡарағыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1208902-obshchestvennyy-press-tsentr-v-ufe-prodolzhit-rabotu-na-vyborakh-glavy-respubliki-v-2019-godu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть