Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Сығарылыш уҡыусыларының конкурентлыҡҡа һәләтлелеге буйынса Рәсәй рейтингына Өфөнән бер генә мәктәп инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

RAEX рейтинг агентлығы версияһына ярашлы, Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы 153-сө лицей сығарылыш уҡыусыларының конкурентлыҡҡа һәләтлелеге буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә индерелде. 100 урта дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында Өфө лицейы 30-сы урында тора. Тикшереү 15 мең мәктәптән алдынғы 30 юғары уҡыу йортона ингән 125 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһының мәғлүмәттәрен анализлауға нигеҙләнгән. Ул өс рейтингты үҙ эсенә ала: мәктәп тамамлаусыларҙың конкурентлыҡҡа һәләтлелеге буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе; әҙерлектең ҙурайтылған йүнәлештәре буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 50 мәктәбе; Рәсәйҙең алдынғы вуздарына уҡырға ингәндәр һаны буйынса 300 мәктәп.

Техник, тәбиғи-фәнни йүнәлештәр һәм теүәл фәндәр буйынса илдең иң яҡшы вуздары студенттарын әҙерләгән мәктәптәр араһында тәүге 50 исемлегендә Башҡортостандан өс мәктәп бар. Өфөләге 153-сө лицей — 14-се урын, Нефтекамалағы 1-се лицей— 34-се урын, Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағындағы М.С. Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейы.

Өсөнсө рейтингта — Рәсәйҙең алдынғы вуздарына уҡырға ингән сығарылыш уҡыусылары һаны буйынса, Өфөнән дүрт мәктәп: 153-сө лицей — 46-сы урын, 93-сө гимназия — 179-сы урын, 39-сы гимназия — 182-се урын, 83-сө лицей — 263-сө урын.

http://www.bashinform.ru/news/1208829-reyting-po-konkurentosposobnosti-vypusknikov-2018-v-nego-vklyuchena-tolko-odna-shkola-ufy/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть