Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Ғинуар-августа Башҡортостанда инфляция уртаса Рәсәй кимәленән түбәнерәк булған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Ғинуарҙан авгусҡа тиклем Башҡортостанда тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары 2,1 процентҡа артҡан. Был ил буйынса алып ҡарағанда аҙыраҡ  — 2,4 процентҡа, әммә уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда күберәк (1 процентҡа), тиелә Башҡортостанстат мәғлүмәттәрендә.

Августа хаҡтар һиҙелерлек төшкән (0,01 процентҡа). Йәшелсә-емештең (8,8 процентҡа), айырыуса сөгөлдөр, кишер, помидор, ҡыярҙың (21-28 процентҡа) һәм картуфтың (19,4) миҙгелгә бәйле арзанайыуы хаҡтарҙың артыуын бер аҙ тотҡарлаған. Башҡа аҙыҡ-түлек 0,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Һөҙөмтәлә аҙыҡ-түлектең хаҡы бер айҙа 1,8 процентҡа артҡан.

Ризыҡ булмаған тауарҙар августа 2,1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Айырыуса газ-мотор яғыулығына (8,5 процентҡа) һәм тәмәке изделиеларының айырым төрҙәренә (1,3-3,3) хаҡтар күтәрелгән.

Хеҙмәттәр өлкәһе лә бер айҙа 2,5 процентҡа артҡан. Ҡулланыусылар кредиты (7 процентҡа), балаларҙы тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр (4,4) ҡиммәтләнгән. Самолетта осоу (3 процентҡа) һәм таксиҙа йөрөү (1,3) ҙә ҡыйбатыраҡ.

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ғинуар-август айҙарында инфляция уҙған йылдың декабренә ҡарата Мордовияла 1,5 проценттан алып Түбәнге Новгород өлкәһендә 3,1 процентҡа тиклем билдәләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1208843-inflyatsiya-v-bashkirii-v-yanvare-avguste-byla-nizhe-srednerossiyskoy/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть